Башҡортостанда беренсе тапҡыр балыҡ биатлоны буйынса ярыш үтә. Үҙенсәлекле турнир июль аҙағында Нуриман районында Павловка һыуһаҡлағысы янында ойошторола. Ярыш шарттары буйынса ҡатнашыусылар ҡармаҡ тотоп 1 километрлыҡ өс араны әйләнеп сығырға һәм һәр туҡталышта ике балыҡ тоторға тейеш. Балыҡ биатлонында йәшенә ҡарамай һәр кем сығыш яһай ала. Бының өсөн алдан теркәлергә кәрәк.