Башҡортостан һәм Абхазия туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Ике республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Аслан Бжанияның осрашыу ваҡытында шул турала әйтелде. Абхазия президенты Ҡара диңгеҙ буйында балалар өсөн һауыҡтырыу лагерын төҙөргә тәҡдим итте. Радий Хәбиров бындай мөмкинлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яуаплы министрлыҡтарға был башланғысты өйрәнергә ҡушты. Өс йыл элек Башҡортостанға Ҡырымдағы балалар шифаханаларының береһе тапшырылғайны.