Башҡортостанда быйыл пляждар һаны ике тапҡырға артҡан. 52 яңы ял итеү урыны йылға буйында, 85-е – һыуһаҡлағыс, күлдәр янында йыһазландырылған. Әле республикала 117 рәсми пляжда һыу инергә мөмкин. Тиҙҙән тағы 20 махсус урындың асылыуы көтөлә. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгесе Владимир Темашев рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инеү хаҡында киҫәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт