Башҡортостанда ураҡҡа 3 мең 800 комбайн йәлеп ителә

Башҡортостанда ураҡҡа 3 мең 800 комбайн йәлеп ителә. Хужалыҡтар быйыл 62 яңы комбайн һатып алған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә техника 96 процентҡа әҙер. Июль аҙағында ужым һәм иртә бөртөклө культураларҙы урыу башлана. Быйыл хужалыҡтарға 1 миллион 530 мең гектар майҙанда урып-йыйыу эштәрен башҡарырға кәрәк.