Үҙ-ара файҙалы шарттарҙа эшлекле мөнәсәбәт

Иглин районы хакимиәте импортты алмаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙең үҙенсәлекле юлын тапҡан. 

Бының өсөн улар федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы менән бәйләнеш булдырған. Күптән түгел хакимиәт вәкилдәре учреждение ҡарамағындағы предприятие эшмәкәрлеге менән танышты. Хөкөмгә тарттырылыусылар башлыса, көнкүрештә ҡуланылған продукциялар һәм төҙөлөш материалдары етештерә.

Иглин районында парк биләмәләренең әүҙем төҙөкләндереүен иҫәпкә алғанда, был тауарҙарға ихтыяж һәр ваҡыт ҙур, ти хакимиәт вәкилдәре. Киләсәктә Елена Иглина исемендәге паркты яңыртыу һәм район үҙәгендәге биҫтәләрҙең береһендә «Ҡояшлы» паркын төҙөү планлаштырыла. Әлбиттә, бының өсөн сифатлы төҙөлөш материалдары талап ителә.

Илдар Байбулатов