Ваҡиға Хөсәйен ауылы эргәһендә теркәлгән. Аттар утлап йөрөгән урынында йән биргән.
Ирәндек тауы буйындағы көслө йәшен бер юлы 4 бейә һәм 2 ҡолонға һуға. Йылҡы көтөүе был мәлдә көтөүлектә йөрөгән була. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, зыян күләме 300 мең һумдан аша.
БЮТ-ҡа килгән һәүәҫкәр видеояҙманан күренеүенсә, аттар бер-береһенә яҡын ята. Йәшен тейгән урындары ла асыҡ күренә. Әйткәндәй, республиканың көньяҡ төбәктәрендә малдарҙы йәшен атыу осрағы тәүгә теркәлмәй.