Өфө табиптары туңдырыу ысулы менән яман шеште юҡ итә

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары яман шеш күҙәнәктәрен юҡҡа сығарыу өсөн криоабляция үткәрә башланы. Белгестәр туңдырыу ысулы менән пациенттың бауырындағы зарарлы күҙәнәктәрҙе дауаланы.

Операция Санкт-Петербургтан килгән тәжрибәле табиптар менән берлектә үткәрелде. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Операция мәлендә файҙаланылған энә бауыр күҙәнәктәрен 250 градусҡа тиклем туңдыра. Яман шеш таралған зарарлы күҙәнәктәр түбән температуранан үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Ауырыу күҙәнәктәр урынына сәләмәт күҙәнәктәргә нигеҙ һалына. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында эшләнгән операция Рәсәйҙә һанаулы төбәктәрҙә генә яһала.

Аҙ йәрәхәтле, заманса әмәлиәт пациентҡа тиҙ арала төҙәлергә мөмкинлек бирә. Урындағы анестезия ярҙамында башҡарылған операция ваҡытында пациент үҙ аңында ҡала.

Ауырыу менән теүәл эшләргә мөмкинлек биргән роботлаштырылған антиограф илдә өсәү генә. Уның ярҙамында башҡарылған операция донъя кимәлендә яман шешкә ҡаршы көрәштә алдынғы һәм иң һөҙөмтәле алым булып тора. Уның ярҙамында иң мөһиме: пациенттарҙың ғүмерҙәре ҡотҡарыла

Флорида Ким