Үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы халыҡ һәм сәйәси көстәр фекерен иҫәпкә алып формалашты

 Был турала Радий Хәбиров Үҙәк Һайлау комисссияһы ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе.  

Төбәк башлығы билдәләүенсә, киләһе биш йыллыҡ осорға бик яҡшы команда тупланған. Улар халыҡтың ихтыяр иреклеген тәьмин итергә тейеш. Республика етәксеһе шулай уҡ комиссия алдында торған бурыстарҙы атаны. Алда беҙҙе яңы һайлау кампаниялары көтә. 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау уҙа.

Төбәктә төрлө сәйәси партиялар тәҡдим ителгән. Шуға ла барлыҡ кандидаттарға ла тигеҙ мөмкинлектәр, һайлаусыларға тауыш биреү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға кәрәк. Ә 2024 йылда Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан башлығы һайлауҙары үтә. Был мөһим сараларға бөгөндән үк әҙерләнә башларға кәрәк, тине төбәк етәксеһе.   

Илдар Байбулатов