Радий Хәбиров “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы үтәлеше менән таныштырҙы

Радий Хәбиров “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы үтәлеше менән таныштырҙы. Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл федераль бюджеттан 2 миллиард 263 миллион һум бүленә. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә 2-се урында. Программаға ярашлы ауылдарҙа 68 объект төҙөлә. Әлшәй районы Раевка ауылында мәктәп һәм Борай районы үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы йыл аҙағынаса файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.