Башҡортостан халҡы “гараж амнистияһы” менән әүҙемерәк файҙалана башлаған

Башҡортостан халҡы “гараж амнистияһы” менән әүҙемерәк файҙалана башлаған. Республика буйынса Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, апрелдән июнгә тиклем 500-ҙән ашыу ер биләмәһе һәм 300-гә яҡын гараж теркәүгә ҡуйылған. Былтыр ни бары 40 кеше бындай мөмкинлек менән файҙаланған. Республикала 35 мең ярым объект “гараж амнистияһы”на эләгә. Закон 2026 йыл аҙағынаса ғәмәлдә була.