Башҡортостанда майҙа тыуым артҡан

Башҡортостанда майҙа тыуым артҡан. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2 мең 944 сабый донъяға килгән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында беренсе урынға сыҡҡан. Былтыр Башҡортостанда 39 мең 300-ҙән ашыу бала тыуған.