Башҡортостанда хеҙмәт баҙарына булышлыҡ итеү өсөн 2 миллиард һум тотонола. Өҫтәмә эш урындары булдырыу өсөн төрлө саралар күрелә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу һәм йәмәғәт эштәрен ойоштороу программалары тормошҡа ашырыла. Вакансиялар тәҡдим иткән ойошмаларға дәүләт финанс ярҙам күрһәтә. Бөгөнгә 8 мең 200-ҙән ашыу кеше ваҡытлыса эшкә урынлашҡан.