Башҡортостандан Украинаға икенсе ирекле батальон юлға сыҡты. Рәсәй Геройы майор Александр Доставалов исемендәге мотоуҡсылар бригадаһына ирекмән һалдаттар тупланды. Уларҙы бөгөн Шишмә районындағы “Авангард” уҡытыу-методик үҙәгенән оҙаттылар. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Донбасҡа барыр алдынан егеттәр башта хәрби частарҙың береһендә әҙерлек үтә. Быға тиклем Рәсәй Геройы генерал-майор Миңләғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальонды хәрби бурысын үтәргә оҙаттылар. Әле һалдаттар Ырымбурҙа әҙерлек үтә.