Юлаевсылар сафына Канада уйынсыһы ҡабул ителә. “Салауат Юлаев” хоккей клубы һәм һөжүмсе Джош Хо-Сэнг араһында бер йыллыҡ килешеү төҙөлдө. Спортсы быға тиклем Милли хоккей лигаһында “Торонто” командаһы өсөн сығыш яһаған. Әле юлаевсылар Өфөлә күнекмәләр үткәрә.