Алыҫ юлға сығыр алдынан төбәк башлығы Радий Хәбиров яугирҙарға изге теләктәрен еткерҙе. Шишмә районындағы «Патриот» паркында уҙған оҙатыу сараһына министрлыҡ-ведомство етәкселәре, кадеттар, дин әһелдәре, ир-егеттәрҙең туғандары килде. Фашизмға ҡаршы көрәшергә, илебеҙҙе һаҡларға китеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Илдар Байбулатов осрашты.
Был ир-егеттәрҙе ысын мәғәнәһендә ил һаҡсылары тип әйтергә мөмкин. Улар Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемен йөрөткән батальон яугирҙары. Яҡташтарыбыҙ фашизмға ҡаршы көрәшеү өсөн алыҫ юлға сығырға әҙерләнә. Яу яланында уларҙы подразделениеның хәрби байрағы оҙатып йөрөйәсәк.
Башҡортостанда ирекле отряд хәрби ветерандарҙың йәмәғәт ойошмаһы башланғысы менән барлыҡҡа килә. Был тәҡдимде башҡа ветерандар, Украинала махсус операцияла ҡатнашырға теләгәндәр, ирекмәндәр, башҡа ойошма вәкилдәре дәррәү күтәреп ала.
Батальонға алынғандарҙың барыһы ла ҡыйыу аҙым яһаған. Иң мөһиме: уларҙың һәр береһе күңел һәм йөрәк ҡушыуы буйынса килгән. «Һеҙҙең кеүек бөгөн меңдәрсә егетебеҙ Ватанды һаҡлай, геноцид менән көрәшә. Донбасс халҡын яҡлауҙа һеҙҙең дә ярҙамығыҙ кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.
Батальон Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән яҡташтарыбыҙҙы берләштерә. Отрядҡа хәрби тәжрибәһе булған, хөкөмгә тарттырылмаған, һаулығы, физик әҙерлеге яҡшы, психологик яҡтан тотороҡло 50 йәшкә тиклемге ир-егеттәр саҡырылған.
Һайлап алынған хәрбиҙәр менән Рәсәйҙең Оборона министрлығы килешеү төҙөй. Ирекмәндәргә түләүҙәр һәм льготалар ҡаралған.
Ватан саҡырһа, халҡыбыҙ һәр ваҡыт тыуған илен яҡлауға сыҡҡан. Был юлы ла Донбасстағы уртаҡ бәлә кешеләрҙе берләштереп, именлек һағына баҫырға өндәне.
Туғандар, яҡындар менән хушлашыр өсөн 10 минут. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың һәр береһе үҙ һаҡсыларын ҡосаҡлап, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Илдар Байбулатов