Улар халыҡ һыу ингән урындарҙа профессиональ хеҙмәткәрҙәргә хәүефһеҙлек талаптарын үтәргә ярҙам итәсәк. Идаралыҡ яҡынса 50 кешене ваҡытлыса эш урыны менән тәьмин итергә иҫәп тота. Ирекмәндәр 18 йәшен тултырған, хөкөмгә тарттырылмаған, йөҙә белгән һәм һәр яҡлап сәләмәт булырға тейеш.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, йәмәғәт башлансығында йәлеп ителгән ҡотҡарыусыларға эш хаҡы түләнә, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеүселәргә артабан даими эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Дәғүәселәр менән әңгәмә Өфөнөң ҡотҡарыу-эҙләү отрядында үтә.
Рафиҡ Әхмәтшин