1 сентябрҙән күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте файҙаланыу буйынса түләүҙәрҙә үҙгәрештәр индерелә

Уға ярашлы, коммуналь хеҙмәттәрҙең иҫәпкә алынмаған түләүҙәре милекселәр араһында бүленә. Быға тиклем был түләүҙәрҙе идарасы компания иңендә булған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

1 сентябрҙән йәйҙе көҙ алмаштырып ҡына ҡалмаясаҡ, ҡануниәттә лә үҙгәрештәр көтөлә. Яңы миҙгелдән дөйөм милекте ҡарау өсөн түләүҙәр ҡулланыусылар иңенә төшәсәк. Быйыл февралдә Рәсәй Хөкүмәтенең ошо хаҡтағы ҡарары баҫылғайны. Был яңылыҡ тураһында алдан мәғлүмәт биреү һәм аңлатыу эштәрен башҡарыу маҡсатында Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығы милекселәр менән осрашты.

Йыйылышта күтәрелгән иң төп һорау – ул Рәсәй Хөкүмәтенең 92-се ҡарарын аңлатыу, сөнки коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр артасаҡ. Был осраҡта приборҙарҙың төҙөк булыуы һәм күрһәткестәр буйынса ваҡытында түләп барыу кәрәк. Шулай уҡ ҡала халҡын башҡа төрлө мәсьәләләр ҙә борсой.

Сергей Нестеренко, Өфөнөң 21-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы инженеры

Дөйөм мөлкәтте файҙаланыуға күп фатирлы торлаҡтың инженер селтәрҙәрен, биләмәне  хеҙмәтләндереү, яҡтыртыу ҡоролмаларын алмаштырыу, йылытыу миҙгеленә әҙерлек инә. Әлегә нормативтарҙан тыш сумманы идара итеүсе компаниялар түләй. Сентябрҙән ул квитанцияларҙа айырым күрһәтеләсәк.

Торлаҡ ҡануниәте буйынса, әле дөйөм мөлкәтте файҙаланыу түләүҙәре Идарасы компаниялар иңендә. Шунлыҡтан, улар бөлгөнлөккә төшкәйне. Үҙгәрештәр финанс хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Ә милекселәр иһә, ағымдағы ремонт, йәки алдан планлаштырмаған эштәрҙе, ул тәҙрә, ишек алмаштырыу булһынмы, йыйылыш үткәреп үҙаллы хәл итә аласаҡ.

Асҡар Йосопов, Өфөнөң Орджоникидзе районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары

Үҙгәрештәр кәҫәгә һуҡмаһын өсөн белгестәр бер-нисә кәңәш бирә. Тәү сиратта, приборҙарҙың төҙөклөгөн тикшереү маҡсатында яуаплы вәкилде һайларға. Икенсенән, коммуналь хеҙмәттәрҙе иҫәпләү ҡоролмаларына ярашлы ваҡытында түләп барырға кәрәк.

Әлфинә Килдейәрова