2022 йылдың икенсе кварталында ғына 300 гаражға һәм гараждар урынлашҡан 500-ҙән ашыу ергә милек хоҡуғы теркәлгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «гараж амнистияһы» тураһындағы закон былтыр сентябрҙә эшләй башлағайны.
Алдан гараж һәм ул урынлашҡан ергә хоҡуҡты тик суд ҡарары нигеҙендә генә теркәргә мөмкин ине. Хәҙер ғаризаларҙы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ебәреп, ябайлаштырылған форма буйынса юллап алырға була. «Гараж амнистияһы» 2026 йылға тиклем дауам итә.
Әлфинә Килдейәрова