Мәҙәни башланғыстар президент фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сарала йәмғеһе 18 төр фильм күрһәтелде. Улар менән конкурс комиссияһы ла танышты. Йомғаҡ көҙгә яһалыр тип көтөлә.
Сараның төп ойоштороусыһы булып Булат Йосоповтың киномәктәбе һәм Башҡортостандың Кинематографистар союзы сығыш яһаны. Проекттың төп үҙенсәлеге ҡатнашыусыларҙың Рәсәй халыҡтары телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса уй-фекерҙәрен тәҡдим итеү.
Азат Ғәлиуллин