Стәрлетамаҡ театры яңы ижад миҙгеленә премьера әҙерләй

Бөгөн коллектив йәйге ялда булыуына ҡарамаҫтан, аҙнаһына бер йыйылып репетиция уҙғара. Стәрлеләр был юлы тамашасы иғтибарына, Керчь ҡушаматлы ат тураһында сәхнә әҫәре тәҡдим итмәксе.

Мәғлүм булыуынса, ул – Бөйөк Ватан һуғышынан Миәкә районы Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер ат. Спектаклдә ваҡиғалар уҙған быуаттың 40-сы йылдарында бара. Уны ауылдаштары хәтирәләренән сығып Мөнир Ҡунафин ижад иткән. Ҡуйыусы-режиссеры – Айҙар Зарипов. Премьера яңы ижад миҙгелен асыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин