Күбәләк ырыуына ҡараған Фәйзуллиндар нәҫеле Мораҡай ауылында туғанлыҡ тамырҙарын барланы. Улар төбәктә уҡымышлы, белемгә ынтылыусан булыуы менән айырыла. Билдәле шәхестәре лә бихисап. Уларҙың береһе дин әһеле Сәйфулла Фәйзуллин йәшәгән йортҡа таҡтаташ беркетелде. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ауылдың иң хөрмәтле кешеһенең исемен мәңгеләштергән таҡтаташ изге һүҙҙәр менән асылды. Аҡ таҫманы төшөрөү хоҡуғы ата-олатаһының йорт нигеҙен һаҡлаған Заһир Сәйфуллинға бирелде. Таҡтаташ беркетелгән йортта 1870-1962 йылдарҙа Әбйәлил ерендә дин әһеле булараҡ танылыу алған Сәйфулла Фәйзуллин йәшәгән.
Фәйзуллиндар ғөмүмән, затлы, уҡымышлы кешеләре менән билдәле. Сәйфулла Фәйзуллин замамында әүлиә булараҡ таныла. Аң-белемгә ынтылышы уны билдәле Троицк ҡалаһының «Рәсүлиә» мәҙрәсәһенә алып килә. Зәйнулла ишанда ғилем эстәгәндән һуң, ул тыуған яғында мөғәллимлек итә, халыҡ медицинаһын алып бара.
Шәжәрә байрамына килгән ҡунаҡтар, туғандар осрашыуында «Игелектең юҡтыр сиктәре» исемле баҫманың исем туйы ла үтте. Уның эстәлеге тап Сәйфулла Фәйзуллинға бәйле иҫтәлектәр, кирәмәттәр менән байытылған. Сара барышында әүлиәнән ҡалған аманат менән таныштырыусылар ҙа булды. Изге Ҡөрьән китабын бөгөн Һылыу Нәҙершина атаһының ғаилә ҡомартҡыһы булараҡ ҡәҙерләп һаҡлай. Заманында ул китап аша Сәйфулла Фәйзуллин халыҡты белемгә өйрәткән.
Йыйын мөнәжәғәт тыңлау, йыр-моң менән дауам итте. Шәжәрә байрамы ла бер Фәйзуллиндарҙың нәҫел-тамырҙарын ғына барлап ҡалманы, сараны ишетеп-белеп килгән барса халыҡты, ауылдаштарҙы берләштерҙе.
Азат Ғәлиуллин