Өфөлә йәйәүле бала юл аша сыҡҡанда автомобиль тәгәрмәсе аҫтына эләккән

7 йәшлек малайҙы «Лада» машинаһында торлаҡ янында билдәләнгән тиҙлек тәртибен үтәмәгән 20 йәшлек водитель тапатҡан.

Авария һөҙөмтәһендә бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Рафиҡ Әхмәтшин