Бөгөн Өфөлә ике көнлөк «Волга буйы киңлектәре» конференцияһы старт алды. Уның барышында тармаҡ белгестәре яман шеш ауырыуын башланғыс стадияла билдәләү тәжрибәһе һәм заманса дауалау ысулдары менән уртаҡлашты.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында яңы быуын технологияһы аппаратында заманса ысул менән операция эшләнде. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Юғары технологиялы манипуляторҙы белгестәр хирургтың уң ҡулы тип атай. Робот менән Марат Урманцев идара итә. Юғары класлы хирург бындай операцияларҙы көн дә башҡара тиерлек. Әммә уяулыҡ тураһында оноторға ярамай, сөнки пациент өлкән йәштә. Ә был күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин.
Операция өҫтәлендә – 78 йәшлек пациент. Диагноз – простата биҙе яман шешенең икенсе стадияһы. Әмәлиәт лапароскопия ысулы менән, йәғни тәндәге бәләкәй уйымдар аша башҡарыла.
Операция «Да Винчи» һуңғы быуын технологиялар аппараты ярҙамында яһала. Классик операция менән сағыштырғанда, лапароскопия бер нисә өҫтөнлөккә эйә. Мускулдар һәм туҡымаларға зыян аҙ килтерелә, ҡан юғалтыу янамай, тәндә йөй ҡалмай. 2018 йылда һатып алынған заманса аппаратта бөгөнгә тиклем 2 меңдән ашыу әмәлиәт башҡарылған. Әйткәндәй, бындай аппарат Волга буйы федераль округында тик Башҡортостанда ғына бар.
Әмәлиәт барышын онлайн-бәйләнеш аша «Волга буйы киңлектәре» төбәк-ара конференцияһы ҡатнашыусылары күҙәтте. Ике көнлөк сара барышында белгестәр тәжрибә уртаҡлашып, яман шеште билдәләү һәм дауалау буйынса өр-яңы ысулдар тәҡдим итә. Ә бөгөнгө пациент кискә аяҡҡа баҫа аласаҡ. Әмәлиәт уңышлы тамамланды: простата биҙе яман шеше юҡ ителде. Һуңғы тикшереү һөҙөмтәләре ыңғай булғанда, ир 3-4 көндән дауаханан сығасаҡ.
Рәзилә Ғиниәтуллина