Башҡортостанда беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй “Һаулыҡ һәм туризм” фестивале үткәрелә. Унда республика һәм ил төбәктәрендә туризм өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған 1 меңдән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. Майҙансыҡта туризм тармағына инвестициялар йәлеп итеү, эске туризмды үҫтереү буйынса фекер алышыу була. “Туризм өлкәһендә импортты алмаштырыу” темаһына Пленар ултырыш та ҡаралған. Икенсе көнөнә тәбиғәт үләндәрен йыйыу менән шөғөлләнеүселәр форумы ойошторола. белгестәр бизнеста был йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләре буйынса тәжрибә уртаҡлаша.