Башҡортостан менән Абхазия араһында тауар әйләнешен арттырыу планлаштырыла

Башҡортостан менән Абхазия араһында тауар әйләнешен арттырыу планлаштырыла. Былтыр был күрһәткес 14 миллион долларҙан ашыу булған. Хәҙер уны 10 тапҡырға күтәреү ҡарала. Республика Премьер-министры Андрей Назаров телеграм-каналында яҙыуынса, Башҡортостан аҙыҡ-түлек тауарҙары – иген, ҡоро һөт, көнбағыш майы, инкубатор йомортҡаһы һәм башҡа продукция оҙатыу күләмен арттырыға ниәтләй. Абхазиянан иһә күпләп йәшелсә-емеш, шарап, башҡа төр тауар алынасаҡ. Ике арала туризмды үҫтереү планы ла бар. Агросәнәғәт, төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ комплекстарында, сауҙа, медицина, мәғариф һәм мәҙәни өлкәләрҙә берлектәге проекттарҙы үҫтереү  күҙаллана.