Башҡортостанда емеш-еләк һәм йәшелсәгә хаҡ төшкән

Башҡортостанда емеш-еләк һәм йәшелсәгә хаҡ төшкән. Статистика хеҙмәте аҙыҡ-түлек баҙарында тикшереү һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Кәбеҫтә, картуф, кишер, помидор һәм алма арзанайған. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ит ризыҡтарына хаҡ артҡан, ҡыяр һәм һуған да ҡиммәтләнгән. Белгестәр аҙна һайын социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә мониторинг үткәрә.