Өфөлә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә байрам ойошторола. Саралар бер нисә урында уҙғарыла. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 28 июлдә Ҡала мәҙәниәт һарайында “Зәңгәр береттар” ансамбле сығыш яһай. 2 августа – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөндә Еңеү паркы һәм Затонда “Тулҡын” паркында һәйкәлдәргә сәскә һалына. Төп саралар “Забельский” аэродромында үткәрелә. Унда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге аэроклуб вәкилдәре авиашоу күрһәтә, парашютсылар сығышы була, концерт ойошторола.