“Студенттар стартапы” конкурсына ярашлы, тәүге 650 ҡатнашыусы һайлап алынған. Улар араһында Башҡортостандан 24 студент бар. Еңеүселәр бизнес-проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 1-әр миллион һум финанс ярҙам ала. Конкурс “Университет технология эшҡыуарлығы платформаһы” федераль проектына ярашлы уҙа.