Башҡортостанда асарбаҡтар приютта бушлай төн үткәрә ала

Башҡортостанда асарбаҡтар приютта бушлай төн үткәрә ала. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәшәү урыны булмаған кешеләрҙе социаль хеҙмәтләндереүгә бәйле закон ҡабул ителде. Башҡортостан Башлығы ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, асарбаҡтар Өфөлә йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам итеү үҙәгендә түләүһеҙ ҡунып сыға ала. Быға тиклем бының өсөн 100 һум түләргә кәрәк ине. Закон 24 июлдә көсөнә инә. Ошо ваҡыттан алып социаль хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә башлай.