Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса медицина уҡыу йортонда белем алған 3 йәш кеше буш ваҡыттарын законһыҙ тауарҙы күмәртәләп алып, уны дозаларға бүлеү менән шөғөлләнгән. Тәфтишселәр фекеренсә, студенттар үҙҙәре лә наркотик ҡулланырға өйрәнеп алған һәм енәйәтсел схеманың ағзаһы булып киткән.
Тилерткес матдәләрҙе улар баш ҡаланың төрлө урындарында йәшертеп, даркнеттағы интернет-магазин аша һатыуға сығарған. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсел төркөм ағзаларын ҡырын эштәре өҫтөндә ҡулға алған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рафиҡ Әхмәтшин