Баҡсасыларға сауҙа итеү өсөн шарттар тыуҙырыла

 Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, һәр муниципаль берәмектә бушлай, йыһазландырылған һатыу урындары булдырыу бурысы ҡуйылған. Уны тормошҡа ашырыу барышын тикшереүҙе Башҡортостан башлығының Контроль идаралығы алып бара.

Өфөнөң Октябрь, Совет райондары буйлап ойошторолған махсус рейдта БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты. Теманы Рәмзиә Кәримова дауам итә.

Гөлзәйнәп Йәрмөхәмәтова 85 йәшен тултырһа ла ҡул ҡаушырып ултырмай. Йоматау ауылындағы баҡсаһын тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә, артҡанын һатыуға ла алып сыға. Уңайлы сауҙа урындары эшләп ҡуйҙылар, ҡояштан да, ямғырҙан да һаҡлай, элекке һымаҡ йәшник өҫтөндә ултырырға кәрәкмәй, тип һөйөнә ул.

Сауҙа нөктәһе Октябрь районының «Йүрүҙән» туҡталышында урынлашҡан. Һатыусылар әйтеүенсә, майҙан зауыҡлы, уңайлы итеп эшләнгән. Әммә ял-байрамдарҙан һуң халыҡ күбәйә, урындар етмәй.

Өфөнөң Совет районында урынлашҡан был баҙарҙа халыҡ айырыуса күп, хатта алыҫ райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Берәүҙәр урман еләге, ҡырҙа йыйылған шифалы үләндәр, икенселәре баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсә-емеш, тәмләткестәр, һөт ризыҡтары һәм башҡа продукция тәҡдим итә. Сифатлы, экологик яҡтан таҙа ризыҡ. Мәҫәлән, Рита Ғимранова Саҡмағош районынан килгән. Элек ямғыр яуһа бар продукция һыулана ине, хәҙер уңайлы, ти ул.

Бында ла йыһазландырылған сауҙа урындары бөтәһенә лә етмәй, һуңғараҡ килгәндәр өҫтәл, йә йәшник ҡуйып һатыу итергә мәжбүр.

Шул уҡ ваҡытта баҡсасылар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы эшҡыуарҙар биләүе лә күҙәтелә. Улар ике-өс кешегә иҫәпләнгән майҙанда һатыу итә. Рейд барышында был эшҡыуарҙарға иҫкәртеү яһалды.

Башҡортостан башлығының Контроль идаралығы тарафынан ойошторолған рейдтар барышында сауҙа нөктәләренең торошон, урындар һанын, уларҙың маҡсатҡа ярашлы ҡулланыламы, юҡмы икәнен тикшерәбеҙ. Асыҡланған етешһеҙлектәр муниципаль берәмек етәкселәренә еткерелә һәм уларҙы тиҙ арала бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Ыңғай яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә, әммә хәл итәһе проблемалар ҙа юҡ түгел.

Арсений Ромашковцев, Башҡортостан башлығының контроль идаралығы бүлеге кәңәшсеһе

Белгестәр фекеренсә, матур итеп йыһазландырылған сауҙа урындары баҡсасылар өсөн дә уңайлы, ҡаланың йөҙөн дә биҙәй. Шуға күрә лә киләсәктә ихтыяжды асыҡлау, яңы сауҙа нөктәләре эшләү, урындар иҫәбен арттыру маҡсаты тора.

Башҡортостан башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, мунициципаль берәмектәрҙә баҡсасылар өсөн бушлай, йыһазландырылған сауҙа нөктәләре эшләү бурысы ҡуйылды. Әммә әлегә ул бөтә төбәктәрҙә лә тулы кимәлдә үтәлә тип әйтеп булмай. Шуға күрә лә Республика башлығының контроль идаралығы тарафынан етешһеҙлектәрҙе асыҡлау, бөтөрөү өсөн рейдтар ойошторола, улар был эш тәртипкә һалынғансы дауам итәсәк.

Рәмзиә Кәримова