Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәтләндереү сифаты Рәсәй Хөкүмәте премияһы дипломанты тип табылды. 500 ойошма араһында медицина учреждениеһы төрлө күрһәткестәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Пациенттарҙы хеҙмәтләндереү, балаларҙың ғүмерен ҡотҡарыу, заманса дауалау кеүек йүнәлештәрҙә Өфө дауаханаһы һынатманы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким.
Ваҡытынан алда тыуған килограмм ярымлыҡ ҡыҙҙы Гөлназ Йөҙлөбаева күңел йылыһын һалып тәрбиәләй. Республика балалар клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә эшләүсе табип һәр балаға иғтибар бүлеп сабыйҙарҙың ғүмерен һаҡларға тырыша. Тәжрибәле белгескә 500 грамм ауырылыҡта етлекмәй тыуған малай-ҡыҙҙар менән эшләргә лә тура килә.
Реанимация бүлегендә кескәй пациенттарҙы хеҙмәтләндереү сифаты йылдан-йыл арта. Белгестәр ауыр хәлдә ваҡытынан алда тыуған бәпестәрҙең ғүмерен 95-100 процентҡа тиклем һаҡлап ҡала. Ашығыс ярҙам хеҙмәте республика райондарында ла тынғыһыҙ эшләй - алыҫ ауылдарҙан көнөнә 2-3 сабый килтерелә.
Тыумыштан алып 18 йәшкә тиклем ҡыҙҙар гинекология бүлегендә дауалана. Бында енси ағзалар менән ҡатмарлы сирҙәргә иғтибар бүленә, операциялар үткәрелә.
Яман шеш менән ауырыған малай-ҡыҙҙар өсөн ҡаралған бүлектә кескәйҙәрҙе дауалауҙан тыш, уҡытыу бүлеге ойошторолған. Оҙайлы терапия үтеүсе балаларҙың көндәлек тормошон еңелләштереү өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу маҡсаты ҡуйылған. Ошо ниәт менән дауаханала яңы корпус төҙөлә башлаған.
Флорида Ким