Өфөлә баҡсасылар ширҡәттәренең береһенең элекке етәксеһе эшмәкәрлеге юридик күҙлектән баһалана

Зыян күреүселәр ирҙе законһыҙ рәүештә участканы тартып алыуҙа ғәйепләй. Пенсионерҙарға ҡараған ер участкаһы элекке етәксенең хәләл-ефете милкенә күскән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Бөгөн Рәшиҙә Ғәлиева тик йорт баҡсаһында ғына йәшелсә-емеш ултырта. Быға тиклем ханым баҡсасылыҡ ширҡәтендәге участкала хужалыҡ тотҡан. Әммә бына инде йылдан ашыу ул үҙ милке өсөн көрәшә. Һуңғы документтарға ярашлы, ханыма хеҙмәт стажы өсөн тапшырылған ер участкаһы «Вишневое» баҡсасылар ширҡәтенең элекке етәксеһе ҡатыны исеменә күскән. Өлкән йәштәге ханым ваҡытында ерҙе хосусилаштырып өлгөрмәүенә генә үкенә.

Шаһиттар фекеренсә, участка Наталья Ащауловаға законһыҙ рәүештә күскән. Формаль йыйылыштар үткәрелгән, протокол ҡағыҙҙары бар. Беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр әйтеүенсә, ер ҡаралмай тороп, ташландыҡ хәлгә ҡалыу сәбәпле, тартып алынған. Тик быны йәнәһе лә, дәлилләүсе ҡушымта итеп зыян күреүселәр участкаһы түгел, ә күрше ерҙең фотолары ҡуйылған. Әммә пенсионерҙарҙың даими рәүештә биләмәне тәртипкә килтереп тороуы билдәле.

Баҡсасылар ширҡәтенә ҡараған участканы ла тик ике сәбәп буйынса ғына тартып алырға мөмкин. Ул да булһа - ағзалыҡ иғәнәләрен түләмәү һәм биләмәне хужалыҡ маҡсатында файҙаланмау. Тик ике сәбәп тә Ғәлиевтарға ҡағылмай.

Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында элекке етәксенең үҙенә шылтыратабыҙ. Участканы ҡатынына күсереү сәбәбен ул үҙенсә баһалай

«Вишневое» баҡсасылыҡ ширҡәтенең элекке етәксеһе эшмәкәрлеге законлы булыу-булмауын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тикшерәсәк. Зыян күреүсе полицияға ғариза яҙған. Ваҡиғалар үҫешен беҙ ҙә күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Рәзилә Ғиниәтуллина