Салауат районында сикһеҙ мөмкинлектәр туризмы

Салауат районы Йүрүҙән йылғаһы буйында туризм слётының бөгөн өсөнсө көнө тамамланды. Пандемияға бәйле, ул ике йыл рәттән республика кимәлендә ойошторола, быйыл сара илдең ике тиҫтәләп төбәге вәкилдәрен йыйҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Миләүшә Хәсәнова тормоштан йәм табып йәшәүҙе үҙ миҫалында күрә. Заманында тауар белгесе булып эшләгән ханым бөгөн тәжрибәле сәйәхәтсе, спортсы ла. Коляскала ул ярты донъя илдәрен гиҙгән. Күптән түгел штангы күтәреү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры кандидатлығын да яҡлаған.

Сара ҡатнашыусылары айырым командаларға бүленеп сығыш яһаны. Спортҡа булған ҡыҙыҡһыныуынан сығып бар һынауҙарҙы ла улар йырып сыҡты. Йүрүҙән буйында улар туризм өлкәһенең тиҫтәләп төрөндә һынау тотто.

Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмына тап Башҡортостанда нигеҙ һалына, ярыштар 2012 йылдан ойошторола. Ҡатнашыусылар ҙа йылдан- йыл арта, быйыл 100-ҙән ашыу кеше үҙ көсөн һынай. Быйыл тәүге тапҡыр Мурманск, Түбәнге Новгоролд өлкәләре һәм Донецк халыҡ республикаһы вәкилдәре ҡатнашты. Йүрүҙән буйы тау һәм һыу туризмы буйынса ярыш уҙғарыуға бик уңайлы.

Командалар йәйәүлеләр, һыу, тау туризмы һәм хәрәкәт итеү сараһындағы туризм төрҙәре буйынса бәйге тотто. Терәк-хәрәкәт ағзалары ҡаза күреп, физик мөмкинлектәре сикләнһә лә, спортсы-инвалидтар коляскаларҙа ҡаршылыҡтарҙы үтеү, кәмәләрҙә ярышыу, ҡаяға үрмәләү кеүек ҡатмарлы дистанциялар буйынса ярышты.

4 көн дауам иткән ярыш һөҙөмтәләре йәкшәмбе көнө билдәләнәсәк. Әммә фестивалдә урын яулау мөһим түгел. Ҡатнашыу үҙе үк батырлыҡ. Был кешелә ҡаҡшамаҫ рух өлгөһө, улар был тормошта еңеп булмаҫлыҡ кәртәләр юҡлығын үҙ миҫалында иҫбатлай.

Азат Ғәлиуллин