Ауылға нигеҙ һалыныуҙың 315 йыллығы уңайынан ойошторолған сараны асыу тантанаһында райондың Рәсмәкәй ауыл советы етәксеһе ауылдаштарға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, байрамда ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүселәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Майҙанда халыҡ уйындары һәм спорт бәйгеләре лә ойошторолғайны. Байрамда ҡатнашыусылар көршәк ватыу, көйәнтә менән йүгереү, бүрәнәгә күтәрелеү кеүек бәйгеләрҙә көс һынашты. Батырҙар көрәше һәм ат сабышы мәжлестең иң сағыу тамашаһына әүерелде. Байрам сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Рәзилә Ғиниәтуллина