Башҡортостанда социаль контракт буйынса 350 мең һумғаса аҡса алырға була

Башҡортостанда социаль контракт буйынса 350 мең һумғаса аҡса алырға була. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан шул турала хәбәр итәләр. 350 мең һум – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү, 200 мең һум шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыу өсөн бирелә. Быйыл 6 айҙа республикала 4 меңдән ашыу кеше социаль контракт менән файҙаланған. Бының өсөн дәүләттән 422 миллион һум күсерелгән.