Республикала Дим йылғаһы үҙәне тәрәнәйтелә. “Экология” милли проектына ярашлы, Шишмә районы Яңы Михайловка ауылынан Өфө районы Нижегородка ауылына тиклем эштәр алып барыла. 35 километр оҙонлоҡта йылға йығылған һәм серегән ағас, тамыр, ләмдән таҙартыла. Бының өсөн 105 миллион һум тотонола, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.