Бөгөн “Өфө” футболсылары өсөн чемпионат башлана

Бөгөн “Өфө” футболсылары өсөн чемпионат башлана. Быйылғы миҙгелдә команда беренсе лигала сығыш яһай. Даими чемпионатта 18 команда ҡатнаша. “Өфө” клубы беренсе турҙы ситтә уҙғара – бөгөн беҙҙең футболсылар Краснодарҙа “Кубань” менән осраша. Уйын киске туғыҙҙа башлана. Уны интернетта спорт каналдары сайтында ҡарарға була. Үҙ майҙанындағы тәүге уйының “Өфө” футболсылары 23 июлдә үткәрә. Был көндө беҙгә Ульяновскиҙан “Волга” килә.