Башҡортостанда “Оҙон ғүмерлелек. Туризм” программаһы буйынса республика буйлап 42 тур тәҡдим ителә

Башҡортостанда “Оҙон ғүмерлелек. Туризм” программаһы буйынса республика буйлап 42 тур тәҡдим ителә. Быйыл ул 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. 60 йәше тулған ир-егеттәр, 55 йәште үткән, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла. Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәткә сығырға мөмкин. Программала трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсия тәҡдим ителә. Сәйәхәт алдынан долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы дата, машрутты һайларға кәрәк. Район йәки ҡала хакимиәтенә лә мөрәжәғәт итергә була.