Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында социаль объекттар барлыҡҡа килә. Баш ҡалала 7 гектар биләмәлә төҙөлөш буйынса проект раҫланды. Уға ярашлы, Нуғай ҡасабаһында 4 ҡатлы поликлиника, бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ашығыс медицина ярҙамы станцияһы төҙөләсәк. Бынан тыш, биләмәлә спорт майҙансығы, автомобилдәрҙе ҡалдырыу урыны, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү бинаһы урынлашасаҡ.