Андрей Назаров Баймаҡ районында мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Иҫке Сибай ауылында булды. Яңы мәктәп 375 урынға иҫәпләнгән. Бында төп эштәр аҙағына яҡынлашып килә. Әле диуарҙарҙы штукатурлау бара, шулай уҡ биҙәкләү башланған. Мәктәп өсөн йыһаздар һәм техниканың байтаҡ өлөшө һатып алынған.