Башҡортостанда 1 мең 600-ҙән ашыу сүплек юҡ ителгән. Бөгөн Хөкүмәт ултырышында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше мәсьәләһе ҡаралды. “Генераль таҙартыу” федераль проектына ярашлы, республикала 3 меңдән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек асыҡланған. Бөгөнгә шуларҙың яртыһы юҡ ителгән. 2024 йылғаса бөтә рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү бурысы ҡуйыла. Бының өсөн федераль финанслау талап ителә.