“Алға” транспорт картаһы проекты тарала бара. Әле ул 670 мең данала сығарылған. Ошо, шулай уҡ “Мәктәп картаһы”, “Социаль транспорт картаһы” менән ҡулланыусылар һаны 1 миллион 480 меңдән ашҡан. Төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә “Алға” картаһы Ырымбур өлкәһендә лә эшләй башланы. Силәбе өлкәһе менән дә транспорт системаһын индереү тураһында һөйләшеү алып барыла.