“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ярты йыл эсендә 2 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты ярты йыл эсендә 2 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндергән. Был уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 6 процентҡа күберәк.  Ике миллионынсы пассажир Өфөнән Сочиға осоусы Татьяна Сметанина булған. Тышҡы баҫымға ҡарамай,  аэропорттың маршрут селтәре эске линияларҙа - 29, халыҡ-ара осоштарҙа 13 йүнәлешкә еткән. Йыл аҙағына тиклем һауа вокзалы пассажирҙар һанын 3 миллион 700 меңгә еткереүҙе планлаштыра.