Шаран районы Йәрәмкә ауылының Сабит Сәлихов урамында һыу торбалары яңыртылды. Сара “Реаль эштәр” программаһына ярашлы башҡарылды. Быға тиклем һыуҙы ситтән килтергәндәр. “Эш барышында ауыл халҡы айырыуса тырышты, төрлөсә ярҙам иттеләр”, - ти Йәрәмкә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ләйсән Ғибатова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Реаль эштәр” проекты 2015 йылдан ғәмәлдә. Уға ярашлы, Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында 7 меңдән ашыу эш башҡарылды. Йыл аҙағына тиклем проектҡа 245 миллион һум аҡса йүнәлтелә.