Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар мәнфәғәтендә инвесторҙарға ер биреү тәртибе үҙгәрә. Хәҙер проблемалы йортто төҙөп бөтөү бурысын алған инвестор "банкрот" тип иғлан ителгән компания менән махсус килешеү төҙөй. Ер инвесторға аукционһыҙ бирелә. Был биләмәләрҙе үҫтереү федераль фонды ҡатнашлығынан тыш алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын тергеҙеүҙе тиҙләтеү мөмкинлеге бирә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, 2023 йыл аҙағына тиклем республикала 17 проблемалы обьект буйынса мәсьәлә хәл ителәсәк. Бының өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында күләмле инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу планлаштырылған. Бөгөнгә республика биләмәһендә проблемалы тип табылған 82 обьект иҫәпләнә. Алданған өлөшсөләр 3 мең 600-гә яҡын.