Пенсия фонды балаларға түләүҙәр буйынса мөрәжәғәтте тиҙләтелгән тәртиптә ҡарай

Пенсия фонды 8 йәштән 17 йәшкәсә балаларға түләүҙәр буйынса граждандар мөрәжәғәтен тиҙләтелгән тәртиптә ҡарай. Хәҙер ул 2-5 эш көнө арауығында хәл ителә. Алынған мәғлүмәттә яңлышлыҡтар булһа, 3 көн эсендә мөрәжәғәт ҡайтанан ҡарала һәм түләү тураһында ҡарар Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетҡа йәки күрһәтелгән телефонға юллана. Аҡса биш көн эсендә күсерелә. Мөрәжәғәттәр һәм һорауҙар Берҙәм элемтә үҙәгендә, Пенсия фондының ҡабул итеү бүлмәһендә, социаль селтәрҙә “Бәйләнештә” һәм “Класташтар”  төркөмдәрендә ҡабул ителә. Телефон 8-800-600-00-00. Ҡыҙыу линия- 8-800-600-02-21.