Башҡортостан һәм Иран араһында хеҙмәттәшлек нығый. Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин рәсми сәфәр менән Тәһранға килә. Бында Евразия иҡтисади берлегендә ирекле сауҙаға бәйле килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә. Документ Рәсәй һәм Иран төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә күберәк мөмкинлектәр бирә. Башҡортостан ислам республикаһы менән электән сауҙа итә. Былтыр тауар әйләнеше ете тапҡырға артып 121 миллион долларға еткән. Быйыл апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран вице-президенты Сорена Саттари менән осрашты. Унда хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса фекер алышыу булды.