Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова дәрәжәле юбилейын билдәләй

Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова дәрәжәле юбилейын билдәләй. Бөгөн Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙына 75 йәш. Ул хеҙмәт юлын Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында башлай. Һуңынан башҡарма органдарҙа, Башҡортостан Хөкүмәтендә юғары вазифалар биләй, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Бик күп маҡтаулы исемдәр, наградаларға лайыҡ була. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтә, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә. 1998 йылдан Рәшиҙә Солтанова Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар берлеген етәкләй. “Тормош юлым менән ҡәнәғәтмен”, - ти юбиляр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҙур юбилейы айҡанлы республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанованы юлдаштар исеменән ихлас ҡотлайбыҙ.