Юбилейлы дата уңайынан республикала тантаналы саралар ойошторолдо. Уларҙың береһе Өфөлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығында уҙҙы. Тантанала ҡатнашыусыларҙы байрам менән идаралыҡ етәксеһе ҡотланы. Ведомство хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандарына «Хеҙмәттә күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы һәм Республика башлығының Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Юбилей уңайынан республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дыуан районы бүлегендә лә төбәктең ведомство ветерандары осрашыуға йыйылды. Ветерандар хеҙмәт юлын хәтерләне, заманса янғынға ҡаршы көрәш техникалары һәм ҡоралдары менән танышты.
Рәзилә Ғиниәтуллина